|
|
25 Октябрь 2011 21:21, Шишәмбе |
|
Тимур Мохтаров
“Берҙәм Рәсәй”ҙең, Путиндың президентлыҡҡа үҙ кандидатураһын тәҡдим итеү буйынса шатлығы тынып та, президент Медведев үҙ постынан китеп тә өлгөрмәне, беҙҙең урындағы Сталин табыныусылары, хәҙерге Рәсәй президенты башлап ебәргән десталинизация, йәнәһе, юҡҡа сыҡты тип, үсләшеп, баштарын да юғары күтәрҙеләр.
Әлбиттә, кем нисек, ләкин мин Медведев ваҡытында бер ниндәй ҙә десталинизацияны күрмәнем. Әммә тағы бер тапҡыр шуның тураһында уйландым: Рәсәйҙә йәшәгән күпме нәҫелдәштәремдең күңелендә әле һаман да, Аллаға тәғәйенләнгән урынды алып, Сталин идолы йәшәй. Беҙҙең арабыҙҙа әле һаман да “Сталин индустриализацияһын” саманан тыш маҡтаған һәм десталинизацияны ҡәһәрләгән өндәр яңғырай.
|
|
|
25 Февраль 2011 14:58, Йома |
|
«Эш бөтөү менән атайым дуҫтарына һәм шәйехтәренә сәйәхәткә китә... Юлда Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән ырыуҙарына ҡараған дуҫтарының һәм шәйехтәрҙең йәйләүҙәрендә мәжлестәр ойошторолор ине. Унда ғилми, дини, ҡайһы бер ваҡытта сәйәси мәсьәләләр хаҡында һөйләшә торғайнылар. Кире ҡайтҡанда атайым, үҙҙәрен дастан ҡаһарманы тип иҫәпләгән Мәһәҙи һәм Әмин ауылы мосолман казактары, Түңгәүер, Тамъян һәм Ҡатай ҡәбиләләре юлы менән килеп, ундағы дуҫтары менән күрешер ине. Был сәйәхәт ай ярымға һуҙыла. Һәр йыл ҡабатланған сәйәхәттең өсөһөндә мин дә ҡатнаштым. Минең бурыс – ат менән арба бағыу. Һәр сәйәхәт фекер хаятыма йоғонто яһаны»,– тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең “Хәтирәләр” китабында.
|
|
19 Июнь 2010 22:40, Шәмбе |
|
Күп таныштарым минең оло ҡорҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә юлланасағымды ишеткәс: «Һуң һин бит район делегаттары исемлегендә юҡһың», — тип шикләнеү белдерҙе. Март-апрель айҙарында бөтә донъя башҡорттары ҡарамағындағы Йәштәр советы конкурс иғлан иткәйне. Был конкурста башҡорт йәштәренең мөһим проблемаларын сисеү юлдарын тәҡдим иткән проекттарым еңеүгә лайыҡ булды һәм мин I Башҡорт йәштәре ҡолотайында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдым...
|
|
|
12 Март 2010 16:44, Йома |
|
Балаға нисек башҡортлоҡ тойғоһо һалырға тигән һорау менән мөрәжәғәт итәләр йәштәр. Бындай һорау үҙе үк шатландыра. Сөнки, ысынлап та, башҡорт булыу – ул башҡортса һөйләшеү генә түгел, ә башҡортлоғоңдо тойоу.
|
|
18 Февраль 2010 12:05, Кесаҙна |
|
Минең булмышым менән сәйәсәт араһында һис уртаҡлыҡ юҡ һымаҡ. Шиғриәткә, йыр-моңға ғашиҡ ҡатын-ҡыҙ, балаларым, тип өҙөлөп ғүмер кисереүсе ябай әсә, өләсәймен. Ни хикмәт менәндер, сәйәсәт үҙе тормошома килә лә инә, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшкә ылыҡтыра. Ошо йәмғиәттең бер ағзаһы, тыуған еребеҙҙең тере күҙәнәге булып йәшәгәс, илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ яҙмышына битараф ҡалыу мөмкин түгел шул...
|
|
|
|
|
|
|
Бит: 1, барыһы 5. |