ӘҘӘБИӘТ
|
09 Февраль 2012 22:12, Кесаҙна |
|
Бөгөнгө күп милләтле мөхит шарттарында туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ дәүерендә ҡаныбыҙға, аңыбыҙға һеңдерелгән башҡорт рухын һаҡлап ҡалыу еңелдән түгел. Әлбиттә, матбуғат, мәғлүмәт сараларының милләтте тәрбиәләүгә әһәмиәте бик ҙур. Телевидение экрандары аша алып барылған тапшырыуҙар, гәзит, журнал биттәрендә баҫылған мәҡәләләр йәштәрҙең дә, ололарҙың да аңына, томошҡа мөнәсәбәтенә йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә бөгөн башҡорт телендә сыҡҡан гәзит, журнадарҙың тиражы бик аҙ, тотош милләткә барып етерлек түгел.
|
|
|
23 Ғинуар 2012 10:47, Дүшәмбе |
|
19 ғинуар көнө Өфө ҡалаһында Халыҡ мәғәрифына булышлыҡ итеүсе “Аҡтамыр” һәм “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт ойошмалары республикалағы башҡорт йәмәғәт мөхитендә барлыҡҡа килгән ижтимағи–сәйәси хәл тураһында темаһына арналған берләштерелгән йыйылыш үткәрҙе. Был йыйылышта Өфөләге ҡайһы бер башҡорт йәмәғәт ойошмалары (“Туған тел” клубы, “Беҙ - "Башҡортостан киләсәге" хәрәҡәте) һәм яҡын-тирә региондарҙағы, ҡалаларҙағы башҡорт халыҡ үҙәктәре етәкселәре ҡатнашты. Йыйылышҡа яҙыусылар, ғалимдар, башҡорт аҡһаҡалдары килде.
Был йыйылышта төп доклад менән "Аҡтамыр" үҙәге етәксеһе Ирек Агишев сығыш яһаны. Бик фәһемле был докладтың тексты менән һеҙҙе таныштырабыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар.
Хөрмәтле милләттәштәр, ватандаштар һәм барса йәмәғәтселек әһелдәре!
Бөгөн беҙ бында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән ижтимағи-сәйәси ситуацияны тикшерергә генә йыйынманыҡ. Уҙғарыласаҡ әлеге “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге менән “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт хәрәкәтенең берләштерелгән йыйылышы башҡорт йәмғиәтселегенең хәҙерге ваҡытта шундай түбән кимәлгә төшөү сәбәптәрен асыҡлаясаҡ һәм был хәлдән сығыу өсөн ниндәй саралар күреү кәрәклеге буйынса халыҡ һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең тәҡдимдәрен тыңлаясаҡ.
Мөхтәрәм ватандаштар һәм милләтәштәр!
|
|
21 Ғинуар 2012 00:00, Шәмбе |
|
|
|
02 Декабрь 2011 12:52, Йома |
|
Минем ҡарауымса, һәр төп халыҡ уҙенең ерендә йәшәп үҙенең телендә аралашҡанда икенсе халыҡ уны аңларлыҡ булырға тейеш. Дәүләт төп халыҡ менән йәшәүсе бөтә этник группаларға телде өйрәтеүҙе ойошторорға тейеш. Шул иҫәптән урта белем биреү системаһы аша...
|
|
09 Июль 2011 14:14, Шәмбе |
|
«Мин башҡортса һөйләшәм»
ҡала конкурс-акцияһының положениеһы
|
|
|
|
|
|
|
Бит: 1, барыһы 4. |