Һеҙҙең фекерегеҙ

Сайтта ниндәй шрифт ҡулланылһа һеҙгә уҡыуы еңелерәк?
 



Bashqort.Com
Борсоған тел Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
21 Ғинуар 2012 00:00, Шәмбе
 
Милләтебеҙҙең рух шишмәһе ҡоромаһын Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
09 Февраль 2012 22:12, Кесаҙна

umagulovaБөгөнгө күп милләтле мөхит шарттарында туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ дәүерендә ҡаныбыҙға, аңыбыҙға һеңдерелгән башҡорт рухын һаҡлап ҡалыу еңелдән түгел. Әлбиттә, матбуғат, мәғлүмәт сараларының милләтте тәрбиәләүгә әһәмиәте бик ҙур. Телевидение экрандары аша алып барылған тапшырыуҙар, гәзит, журнал биттәрендә баҫылған мәҡәләләр йәштәрҙең дә, ололарҙың да аңына, томошҡа мөнәсәбәтенә йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә бөгөн башҡорт телендә сыҡҡан гәзит, журнадарҙың тиражы бик аҙ, тотош милләткә барып етерлек түгел.

 
2012 йыл башында башҡорт йәмәғәтселегенең хәле. Ирек Агишевтың сығышы Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
23 Ғинуар 2012 10:47, Дүшәмбе

19 ғинуар көнө Өфө ҡалаһында Халыҡ мәғәрифына булышлыҡ итеүсе “Аҡтамыр” һәм “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт ойошмалары республикалағы башҡорт йәмәғәт мөхитендә барлыҡҡа килгән ижтимағи–сәйәси хәл тураһында темаһына арналған берләштерелгән йыйылыш үткәрҙе.
Был йыйылышта Өфөләге ҡайһы бер башҡорт йәмәғәт ойошмалары (“Туған тел” клубы, “Беҙ - "Башҡортостан киләсәге" хәрәҡәте) һәм яҡын-тирә региондарҙағы, ҡалаларҙағы башҡорт халыҡ үҙәктәре етәкселәре ҡатнашты.
Йыйылышҡа яҙыусылар, ғалимдар, башҡорт аҡһаҡалдары килде.

Был йыйылышта төп доклад менән "Аҡтамыр" үҙәге етәксеһе Ирек Агишев сығыш яһаны. Бик фәһемле был докладтың тексты менән һеҙҙе таныштырабыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар.

 

Хөрмәтле милләттәштәр, ватандаштар һәм барса йәмәғәтселек әһелдәре!

 

         Бөгөн беҙ бында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән ижтимағи-сәйәси ситуацияны тикшерергә генә йыйынманыҡ. Уҙғарыласаҡ әлеге “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге менән “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт хәрәкәтенең берләштерелгән йыйылышы башҡорт йәмғиәтселегенең хәҙерге ваҡытта шундай түбән кимәлгә төшөү сәбәптәрен асыҡлаясаҡ һәм был хәлдән сығыу өсөн ниндәй саралар күреү кәрәклеге буйынса халыҡ һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең тәҡдимдәрен тыңлаясаҡ.

         Мөхтәрәм ватандаштар һәм милләтәштәр!

 
Мәктәптәрҙә икенсе дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләһендә нимәгә ирешергә тейешбеҙ? Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
02 Декабрь 2011 12:52, Йома

Минем ҡарауымса, һәр төп халыҡ уҙенең ерендә йәшәп үҙенең телендә аралашҡанда икенсе халыҡ уны аңларлыҡ булырға тейеш. Дәүләт төп халыҡ менән йәшәүсе бөтә этник группаларға телде өйрәтеүҙе ойошторорға тейеш. Шул иҫәптән урта белем биреү системаһы аша...

 
Товарищ Сталин шулай хәл итте… Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
25 Октябрь 2011 21:21, Шишәмбе

Тимур Мохтаров

“Берҙәм Рәсәй”ҙең, Путиндың президентлыҡҡа үҙ кандидатураһын тәҡдим итеү буйынса шатлығы тынып та, президент Медведев үҙ постынан китеп тә өлгөрмәне, беҙҙең урындағы Сталин табыныусылары, хәҙерге Рәсәй президенты башлап ебәргән десталинизация, йәнәһе, юҡҡа сыҡты тип, үсләшеп, баштарын да юғары күтәрҙеләр.

Әлбиттә, кем нисек, ләкин мин Медведев ваҡытында бер ниндәй ҙә десталинизацияны күрмәнем. Әммә тағы бер тапҡыр шуның тураһында уйландым: Рәсәйҙә йәшәгән күпме нәҫелдәштәремдең күңелендә әле һаман да, Аллаға тәғәйенләнгән урынды алып, Сталин идолы йәшәй. Беҙҙең арабыҙҙа әле һаман да “Сталин индустриализацияһын” саманан тыш маҡтаған һәм десталинизацияны ҡәһәрләгән өндәр яңғырай.

 
"Мин башҡортса һөйләшәм" акцияһының һөҙөмтәләре Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
07 Июль 2011 16:55, Кесаҙна

332 июль Сибай ҡалаһының төп майҙанында Бөтә Рәсәй йәштәр көнөнә һәм халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу йылына бағышланған сара үтте.

Был сара сиктәрендә Сибай ҡала хәкимиәте тарафынан ҡала «Мин башҡортса һөйләшәм!» тигән конкурс-акцияһына йомғаҡтар яһалды, сара ошо йылдың апрель айынан июнгә ҡәҙәр үтте.

Конкурс-акция йомғаҡтары буйынса иң актив ҡатнашыусылар һәм ирекле ярҙамсылар бүләкләнделәр.

 
Урал аръяғында "Мин башҡортса һөйләшәм!" исемле акция старт алды Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
27 Май 2011 19:13, Йома

Сибай ҡалаһында туған телдең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән "Мин башҡортса һөйләшәм!" акцияһы дауам итә.

Май башында ҡалалағы юғары уҡыу йорттары студенттарының инициативаһы менән башланып киткән акцияның шарттары ябай: туған телеңде белеп кенә ҡалма, аралашыуҙа ла ҡуллан. Магазиндамы, йәмәғәт транспортындамы, уҡыу йортондамы, ғаиләңдә булһынмы – башҡортса һөйләш.

Акцияны йәйелдереүселәрҙең береһе менән осрашып, сараның тәүге емештәре хаҡында һорашам. Йылайыр районының Сәләх ауылында тыуып үҫкән Рузилә Иҫәнбаева Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында 3-сө курста уҡып йөрөй. Уҡыуҙан һуң әхирәттәре менән бергәләшеп ҡалаға сығып, башҡорт телен пропагандалауҙа ҡатнаша.

 
Сибайҙа ТУҒАН ТЕЛ клубы барлыҡҡа килде Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
12 Апрель 2011 00:00, Шишәмбе

12 апрель көнө Сибай ҡалаһының "МИР" кинотеатрында «ТУFАН ТЕЛ» клубының презентацияһы үтте. Презентацияның төп ойоштороусыһы КҮК БҮРЕ хәрәҡәтенең Сибайҙағы филиалы булды. Рухлы йәштәр тарафынан баш каланан кунактар сакырылды. Улар Өфөләге «ТУFАН ТЕЛ» клубының етәксеһе Тимур Мохтаров һәм клуб ағзалары Айрат Сабиров менән Айгөл Мохтарова.

 
«СтартАлдағы12345678910КиләһеАҙағы»

Бит: 1, барыһы 11.
 

Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә

Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, Ашағанда ҡолағың һелкенһен!
Эшләгәндән кеше үлмәй

Бер йылмай әле :)

– Минең ҡатынымдың уйлана-уйлана сәсе ағарып бөттө, – ти бер ир танышына.
– Ә нимә хаҡында уйлана hуң ул?
– Сәсен hарығамы, әллә ҡараға буярғамы тип.

"Башинформ" яңылыҡтары